Беҙ Инстаграмда ла бар29.03.2019
“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла. Был ҡушымта тәүге мәлдә тик фотография ҡуйыуға һәм ҡарауға ғына ҡоролһа, хәҙер унда төрлө файҙалы ла, ҡыҙыҡлы ла мәғлүмәттәр урын ала.

Ҡәҙерле уҡыусы!

Инстаграм селтәрендә беҙҙең гәзиттең дә аккаунты әүҙем эшләп килә, уны һеҙ @bashgazeta7 һылтанмаһы аша таба алаһығыҙ.

"Башҡортостан" гәзитенең Инстаграмдағы сәхифәһе яңы "фишка" уйлап сығарырға булды. “Аҙна ваҡиғаһы” тип атала ул.

Һәр йома һайын аҙна эсендә гәзит тормошонда ҡыҙыҡлы ваҡиға билдәләнеп барасаҡ. Был аҙнала "Арғымаҡ" төркөмө солисы Ринат Рамаҙанов менән ике сәғәтлек тура бәйләнеш булдырылды. Эфирҙы ҡараған һәр кем егеттең ихласлығына, әңгәмәнең йәнлелегенә, ҡурай моңона һоҡланды.

Тамашасы һаны бәйләнеш ваҡытында ун бер меңдән артһа, аҙаҡ "Бәйләнештә"ге гәзит төркөмөндә видеояҙма булып һаҡланып ҡалған әңгәмәне ҡараусылар һаны ун биш меңгә күтәрелде.

Шулай уҡ Инстаграмда һеҙ беҙҙе #БашҡортостандыңБАШгәзите, #главнаягазетареспублики, #БашҡортостанБөгөн хэштегтары аша таба алаһығыҙ.


Вернуться назад