Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...28.03.2019
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад министры Олег Панкратов менән осрашты. Сарала ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе артабан үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.

Радий Хәбиров Рәсәй делегацияһы составында VIII “Стратегик партнерлыҡтың һәм интеграцияның яңы офоҡтары” Рәсәй–Ҡырғыҙстан төбәк-ара конференцияһында ҡатнаша. Олег Панкратов, Башҡортостан етәксеһенең сәфәре туғандаш халыҡтар араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыу йәһәтенән сираттағы аҙым булыр, тигән ышаныс белдерҙе.

– Башҡорттар менән ҡырғыҙҙар араһында мәҙәни-гуманитар мөнәсәбәттәр яйға һалынған. 2017 йылда Өфө менән Бешкәк туғандаш ҡалаларға әүерелде. Хәҙер дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асырға кәрәк. Бөгөнгө хеҙмәттәшлек тураһындағы Хөкүмәт-ара килешеү мөнәсәбәттәргә өр-яңы этәргес бирер, тигән өмөттәмен, – тине Радий Хәбиров.

Ул Ҡырғыҙстандың эшлекле даирәләре делегацияһын июндә үтәсәк “Урал аръяғы-2019” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйына саҡырҙы.

Снять квартиру в Уфе посуточно на сайте снять-уфа.рф


Вернуться назад