“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!26.03.2019
31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса беренсе чемпионат уҙғарыла. Сара “ЕврАзия” агропаркы майҙансығында (Халыҡтар дуҫлығы проспекты, 21) көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.

– Барыһын да ысын былау менән һыйламаҡсыбыҙ. Ул бөтәһенә лә етер, сөнки 100-әр литрлыҡ ун ҡаҙан ризыҡ әҙерләнә, – тине агропарк директоры Тимур Мөхәмәтйәнов.


Ойоштороусылар әйтеүенсә, урамда халыҡтың күҙ алдында Сәмәрҡәнд, тажик, үзбәк, Бохара, азербайжан былауын бешерәсәктәр. Теләгәндәргә уларҙың рецепт өлгөләре таратыласаҡ. Әйткәндәй, һәр ризыҡты әҙерләүҙең үҙенә генә хас сере бар.

Бынан тыш, ҡунаҡтар үзбәктәрҙең милли аҙығы – “сүмәләк” бешереү буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнаша ала. Сүмәләк – Урта Азия халыҡтарының милли ризығы. Борон уны уңыш мул булһын өсөн сәсеү башланыр алдынан бешергәндәр. “Сүмәләк” кешегә физик һәм рухи көс-ҡеүәт бирә, уның төп ингредиенты – шыттырылған бойҙай.

Байрамда республикалағы милли-мәҙәни үҙәк вәкилдәре: башҡорттар, татарҙар, тажиктар, үзбәктәр, ҡырғыҙҙар, төркмәндәр, азербайжандар, дағстандар ҡатнаша. Улар үҙҙәренең милли ихаталарын ҡорасаҡ.


Вернуться назад