Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты буйынса инергә рөхсәт итеү мәсьәләһен тикшереүгә әҙер булыуҙарын белдерҙе.
8 апрелдә уларҙың президенты һәм хөкүмәт ағзалары ике ил араһындағы Мәҙәниәт һәм туризм йылын иғлан итеү һәм Хеҙмәттәшлек советы ултырышында ҡатнашыу өсөн Рәсәйгә киләсәк.
Әле беҙҙең ил граждандары Төркиәгә визаһыҙ барыу хоҡуғына эйә. 2017 йылдан бындай мөмкинлек 90 көнгәсә оҙайтылды.