Нимә ул газон?25.03.2019
Нимә ул газон?Республика парламенты депутаттары газондарҙа, сәскәлектәрҙә, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында автомобилдәрен ҡалдырып киткән һәм улар аша үткәндәргә яуаплылыҡты арттырырға йыйына. Был туралағы закон проекты 28 мартта үтәсәк пленар ултырышта ҡараласаҡ.

– Газондағы парковка проблемаһы тәүге йыл ғына тикшерелмәй. Был етешһеҙлек халыҡтың да, власть органдарының да бик йәненә тейә, – тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быға тиклем ғәмәлдә булған закондар ундай кешеләрҙе һөҙөмтәле язаға тарттыра алманы. Штрафтар судта ҡаралып кире ҡағылды, ғәйеплеләр язанан ҡасты. Проблема шунда – федераль ҡануниәттә лә, республиканыҡында ла газон мәғәнәһе нығытылмағайны. Хәҙер беҙ был темаға нөктә ҡуясаҡбыҙ. Барыһы ла еренә еткереләсәк.


Штрафтар түбәндәгесә буласаҡ: граждандар өсөн бер меңдән ике меңгәсә, вәкәләтле кешеләр өсөн 5 меңдән 10 меңгәсә, ойошмалар өсөн 20 мең һумдан 30 меңгәсә. Ҡабатлап закон боҙоусылар өсөн штраф артасаҡ: граждандар өсөн 3 меңдән 4 меңгәсә, вәкәләтле кешеләргә 15 меңдән 20 меңгәсә һәм ойошмалар өсөн 35 меңдән 50 мең һумғаса.


Вернуться назад