Республика етәксеһенең ҡатыны Каринэ Хәбирова төбәктең 100 йыллығы уңайынан ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.“Мин Башҡортостанға ғашиҡ булдым. Уның халҡы һәм тәбиғәте һоҡланып туйғыһыҙ.
Мин булған иң үҙенсәлекле урын – Шүлгәнташ мәмерйәһе. Башҡортостандың барлыҡ райондары тәбиғәтен күрергә теләр инем, сөнки беләм: ул шул хәтлем күп төрлө.
Барыбыҙҙы ла байрам менән ҡотлайым, Башҡортостан сәскә атһын. Республиканың тарихын баһалауын, күп милләтле халҡын һаҡлауын теләйем”, – тине Каринэ Хәбирова.