Башҡортостан халҡын Владимир Путин ҡотланы23.03.2019
Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан халҡын республиканың 100 йыллығы уңайынан тәбрикләне. Ҡотлауҙа былай тиелә:“Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе әһәмиәтле юбилей – Башҡортостан Республикаһы булдырылыуҙың 100 йыллығы менән ҡотлайым.
Был ваҡиға беҙҙең илебеҙҙә милли дәүләт төҙөү тарихында мөһим этап була, Башҡортостандың яҙмышында әһәмиәтле роль уйнай: иҡтисади үҫешенә, төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың йолаларын, бай рухи-мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауға булышлыҡ ҡыла.
Бөгөн республика – лидер төбәктәрҙең береһе. Халыҡтың ижади хеҙмәте, идара итеүҙәге уйланылған ҡарарҙар нигеҙендә Башҡортостан инновация ҡеүәтен ышаныслы үҫтерә. Унда етди инвестициялар йәлеп итеү өсөн шарттар булдырыла, сәнәғәт, ауыл хужалығы, энергетика, социаль һәм транспорт инфраструктураһы тармаҡтарында заман талаптарына ярашлы проекттар тормошҡа ашырыла. Бындай барлыҡ башланғыстар кешеләр мәнфәғәтенә, уларҙың тормош сифатын күтәреүгә хеҙмәт итә.
Тыуған ергә һөйөү, уның үҫешенә өлөш индереүгә ихлас ынтылыш, бер-береңә ҡарата хөрмәт, берҙәмлек һеҙгә киләсәктә лә ил, республика мәнфәғәтендә ҡуйылған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итер, тип ышанам. Һеҙгә бәхет, һаулыҡ, яңы ҡаҙаныштар теләйем!”