Учалы башлығы отставкаға китте22.03.2019
Бөгөн Учалы район Советының сираттан тыш ултырышы үтте. Район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев үҙ теләгенә ярашлы вазифаһынан бушатылды.

Етәксе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп быға тиклем беренсе урынбаҫар булып эшләгән Руслан Ғиләзетдинов һайланды. Конкурс иғлан ителде, яңы район хакимиәте башлығы апрель аҙағында тәғәйенләнәсәк.

Фәрит Дәүләтгәрәев районға 2011 йылдан етәкселек итте. Һуңғы йылдарҙа Учалының социаль, иҡтисади һ.б. күрһәткестәр буйынса республикала алдынғылар рәтендә килеүендә уның өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Ултырышта Фәрит Фәтих улына Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы тапшырылды.


Вернуться назад