Туған телдәр – иғтибар үҙәгендә22.03.2019
25 мартта Өфөләге “Торатау” конгресс-холында “Башҡортостан халыҡтары телдәре – республиканың милли байлығы” тигән “түңәрәк өҫтәл” үткәрелә. Ул Рәсәйҙә Халыҡ-ара төп халыҡтарҙың телдәре йылына арнала.

Сара Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары советының 29-сы күсмә ултырышы нигеҙендә уҙғарыла. Уның эшендә Советтың “Граждандарҙың хоҡуҡтары өсөн комитет” төбәк-ара йәмәғәт хәйриә ойошмаһы рәйесе Андрей Бабушкин ҡатнаша.

Форумда Башҡортостанда заманса тел сәйәсәтен тормошҡа ашырыу мәсьәләләре, уның үҫтереүҙең төп йүнәлештәре тикшерелә. Сығыштар шулай уҡ милли матбуғатҡа, белем биреүҙә этномәҙәни компонентҡа арналасаҡ. Сарала ҡатнашыусылар туған телдәрҙе популярлаштырыу тураһында фекер алышасаҡ. Шулай уҡ туған телдәрҙе һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә милли мәктәптең әһәмиәтенә, өҫтәмә белем биреүҙә туған телде һаҡлап ҡалыу юлдарына иғтибар биреләсәк.

“Түңәрәк өҫтәл”дә тел ғилеме өлкәһендәге ғилми һәм эксперттар берләшмәһе, йәмәғәт ойошмалары, киң мәғлүмәт саралары, дәүләт һәм муниципаль власть органдары вәкилдәре ҡатнашасаҡ.





Вернуться назад