Өфө үҙәгендә тағы ла бер янғын булған.Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Карл Маркс урамындағы 40-сы йортта бер бүлмәле фатир янған.
Хәүефле зонанан дүрт кеше эвакуацияланған. Ҡазаланғандар юҡ, ут тиҙ арала һүндерелгән.
Быға тиклем Үҙәк баҙар эргәһендә янғын булғаны тураһында хәбәр иткәйнек.