Үҙәкте төтөнгә күмеп...21.03.2019
Бөгөн Өфөнөң Үҙәк баҙары эргәһендә янғын сыҡҡан.

Цюрупа урамы, 106 адресы буйынса урынлашҡан йортҡа ут һүндереүселәр тиҙ арала килеп еткән. Ҡара төтөн эргә-тирәгә таралып өлгөргән булған. Асыҡланыуынса, дүртенсе ҡатта ике бүлмәле фатир янған.

Янғынға ҡаршы федераль хеҙмәттең 22-се отрядынан хәбәр итеүҙәренсә, күрше фатирҙарҙан биш кеше эвакуацияланған. Ҡазаланғандар юҡ, ут сығыу сәбәптәре асыҡлана.


Вернуться назад