Кисә Көйөргәҙе районының Аҡһары ауылы янындағы һыу һаҡлағыста палатка эсендә үле ир кәүҙәһе табылған. Был турала хәлдең шаһиты махсус хеҙмәттәргә хәбәр итә.
Урынға шунда уҡ Күмертау ҡалаһы эҙләү-ҡотҡарыу отрядының төбәк дежур сменаһы сыға. Улар палатка эсендә 64 йәшлек ирҙе таба, уның Ырымбур өлкәһе кешеһе булыуы ихтимал.
“Үлемдең сәбәбе: тейешенсә эшләмәгән газ ҡоролмаһының һөрөм еҫе менән ағыуланыу. Ир уны палатканы йылытыу өсөн файҙаланған. Көс ҡулланып үлтереү билдәләре асыҡланманы”, – тип хәбә иттеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан.