Республика онкология диспансерының хирургия корпусына төкәтмә эшләү, мәғлүм булыуынса, 2017 йылда башланғайны. Бөгөн төҙөлөш барышы менән Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров танышты.Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәксеһе Максим Забелин белдереүенсә, объектты 2020 йылдың беренсе кварталында сафҡа индереү планлаштырыла. Стационарҙа – 240 койка-урын, бер сменала 450 кешене ҡабул итеү мөмкин буласаҡ.
Беренсе ҡатта – ҡабул итеү кабинеты, регистратура, гардероб, бактериология лабораторияһы блогы, икенселә – компьютер томографияһы, һанлы рентген диагностикаһы, һанлы маммография кабинеттары, өсөнсөлә трансфузиология хеҙмәте, дауалау-диагностика, консультация биреү кабинеттары урын аласаҡ. Артабанғы 4 – 8-се ҡаттарҙа – палаталар.
Радий Хәбиров диспансерҙың баш табибы менән һөйләшеүҙә яман сирҙе иҫкәртеү, тәүге стадияһында уҡ асыҡлауҙың мөһимлеген билдәләне һәм шуға өлгәшкән медицина хеҙмәткәрҙәренә премия биреү тураһында указға ҡул ҡуясағын әйтте.
“Шулай уҡ алдағы өс йылда республиканың күп профилле дауаханалары базаһында 13 амбулатор онкологик ярҙам үҙәге асыласаҡ: дүртәүһе – Өфөлә, ҡалғандары – башҡа ҡалаларҙа”, – тине Максим Забелин. Уның әйтеүенсә, июндә Өфөлә Волга буйы федераль округы төбәктәре онкологтарының съезы үтәсәк.