“Мин һеҙҙе үҙем яҡлаясаҡмын!”20.03.2019
“Мин һеҙҙе үҙем яҡлаясаҡмын!”Стәрлетамаҡта эш сәфәре менән булғандан һуң төбәк етәксеһе Радий Хәбиров урындағы хакимиәт эшмәкәрлегенә баһа биреп, ҡаланың унда ыңғай тәьҫораттар ҡалдырыуы тураһында әйтте.

– Күренеп тора: Стәрлетамаҡта урындағы власть һәм ҡала хакимиәте башлығы үҙ ҡалаһына һәм халҡына хәстәрлек менән ҡарай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа ҡала республика етәкселеге яғынан тулы кимәлдә ярҙам алмаған. Шул иҫәптән социаль объекттар төҙөү буйынса ла. Хәлде төҙәтәсәкбеҙ һәм ярҙам итәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.


Ул ҡала балалар дауаханаһында булып, уның эшмәкәрлеге менән танышты. Баш табип Борис Шәрипов белдереүенсә, төп проблема – педиатрҙар етмәй. Ҡала улар менән ни бары 45 процентҡа ғына тәьмин ителгән.

Радий Фәрит улы был йәһәттән аптырауын белдерҙе: Стәрлетамаҡ медицина кадрҙары менән уртаса республика кимәленән 15 процентҡа әҙерәк тәьмин ителгән.

– Был – хәүефле сигнал. Ҡала хакимиәте тармаҡҡа йәш белгестәр йәлеп итеү мәсьәләһе менән нығырак шөғөлләнергә тейеш. Республикала төрлө программалар бар, һеҙҙең яҡтан да аныҡ тәҡдимдәр көтәм, – тине ул.


Республика етәксеһе табиптарға һәр яҡлап та мөмкин булған ярҙамды күрһәтергә һүҙ бирҙе. “Һеҙҙең һөнәрегеҙ бик ауыр. Профессионализмығыҙға һәм пациенттарға ҡарата яҡшы ҡарашта булыуығыҙға ышанам. Хаҡһыҙ тәнҡиттән шәхсән үҙем яҡлаясаҡмын”, – тине ул.


Вернуться назад