Павел Грудинин ҡатынының аңлайышһыҙ өлөшө20.03.2019
Элекке тормош иптәше Мәскәүҙең Никулинский судында ғәҙеллек юллай.
Ирина Грудининаның элекке ире, КПРФ-тан президентлыҡҡа экс-кандидат Павел Грудинин менән уртаҡ тормошта йыйған мөлкәтте бүлешеүгә ҡағылышлы дәғүәһен тикшереү сираттағы тапҡыр күсерелде – суд “еләк батшаһы” активтарының тулы исемлеген асыҡлай алмай, ти адвокаттар.
Элекке хәләл ефете Мәскәүҙең Никулинский суды аша ғәҙеллек юллай. Әммә Грудининдың бүлешергә иҫәбе юҡлығы һәм суд эшен төрлөсә һуҙыуы күренеп то­ра, суд олигарх юристарына был хаҡта бер нисә тапҡыр киҫәтеү яһаған инде. Экс-кандидаттың элекке ҡатынының барлыҡ мөлкәттең яртыһына дәғүә итергә хоҡуғы бар. Ул студентҡа кейәүгә сыҡҡан, уның менән бергә кеше фатирҙарында йә­шәгән, аслыҡ йылдарында һуңғы икмәк телемен бүлешкән, өҫтәүенә балаларын да аяҡҡа баҫтырырға кәрәк булған. Ире бөтә иғтибарын кәсепкә йүнәлтһен өсөн, уға ышаныслы тыл тәьмин иткән. Шуға күрә бөгөн Ирина Грудинина “Ленин исе­мендәге совхоз” ябыҡ акционерҙар йәмғиә­тенең 22 процентына иҫәп тота – совхоз директоры Павел Грудинин ҡарамағын­да­ғы 44 проценттың тап яртыһы был. Совхоздың “Универсаль Финанс Компания­һы” йәмғиәте ҡарамағындағы акцияларҙың 10 процентына ла дәғүә итә. Үҙ сиратында, был тармаҡ Белиз офшоры BONTRO LTD тарафынан күҙҙә тотолған, уның бенефициар-хужаһы Павел Грудинин. Элекке иренең был активтарҙы башҡа кешеләр исеменә күсерәсәген һиҙгәндәй, Ирина әлеге акцияларға арест һалыуҙы үтенгән.

Намыҫһыҙ уйынсы
Президентлыҡҡа дәғүә иткән был ир-уҙамандың сит ил офшорҙарына (айырым ташламалы иҡтисади шарттар хакимлыҡ иткән сикләнгән биләмәләр) эйә булыуы тураһында президент һайлауҙары бары­шындағы ғауғаға бәйле рәүештә киң мәғлүмәт сараларында хәбәр ителгән ине. Ул сағында КПРФ-тан тәҡдим ителеүсенең Мәскәү янындағы элекке “Ленин исемен­дәге совхоз” хужалығы директоры ғына булмауы, күптән совхозды шәхси милкенә әүерелдереүе асыҡланды. Байтаҡ йылдар дауамында ул МКАД төбәгендәге ҡиммәтле ер биләмәләрен арендаға тапшырған йә һатҡан, алған керемде иһә сит ил иҫәптәренә күсергән.

Ул заманда Грудинин халыҡҡа етке­рел­гән мәғлүмәтте ахмаҡлыҡ тип атаны, әммә президент һайлауҙарынан һуң уҡ (КПРФ өсөн иң аяныслыларының бере­һе­нә әүерелгән) мәғлүмәт раҫлана башланы. Өҫтәүенә “Ленин исемендәге совхоз” йәмғиәтенең ябай пайсылары тарафынан судтарҙа ҡуҙғатылған эштәр буйынса, был кешеләр һүҙенә ҡарағанда, Грудинин уларҙан алдап алған ерҙәргә хужа булған.

Президент һайлауҙарына барғанда Павел Николаевичҡа кандидатты уның эшләгән эштәре һәм яҡындары менән мөнәсәбәттәре буйынса тикшерәсәктәре тураһында бер кем дә әйтмәгән, күрәһең. Һәм был тикшереүҙе ул үтә алмаған. Һайлау алды эшмәкәрлеге дауамында ул бер әйбер һөйләп, бөтөнләй тиҫкәреһен эшләне. Олигархтар “үҙ иҡтисады үҫешенә һалаһы урынға, намыҫһыҙ юл менән алған табыштарын ҡомһоҙланып офшорҙарға һөйрәне”, тип фекер йөрөттө, үҙе иһә шул уҡ олигарх һәм офшорға эйә булып сыҡты. “Минең сит илдә иҫәптәрем юҡ”, – тип раҫланы, ә үҙенең Европаның UBS Switzerland AG һәм Liechtensteinische Landesbank AG банктарында иҫәптәре асыҡланды.

Ирина Грудинина Андрей Малаховтың “Тура эфир” программаһында ошо хаҡта һәм сәйәсәтсе менән айырылышыуы хаҡында һөйләгәс, Грудинин, ҡатынын нахаҡ бәлә яғыуҙа ғәйепләп, ВГТРК өҫтөнән судҡа дәғүә белдерергә тырышты. Әммә суд киң мәғлүмәт сараларында яңғыраған сит ил банктарында 7,4 миллиард һумлыҡ ҡиммәтле ҡағыҙҙар тураһындағы мәғлүмәттең дөрөҫлөгөн раҫланы.

Бөгөн Грудинин йәнә матбуғат вәкил­дәре – журналист Олег Лурье һәм НТВ каналы менән судлаша – үҙ абруйын яҡларға иҫәбе. Үткән судта отолдо инде ул. Эксперттарҙың күбеһенең иманы камил – Павел Грудинин баштан уҡ һайлаусыларҙан дөрөҫлөктө йәшергән.

“Йәмәғәтселек менән намыҫһыҙ уйын булды был, сөнки һайлауға кандидат-коммунист булып олигарх барған. Әммә беҙҙең халыҡ ахмаҡ түгел, был ялғанды шунда уҡ фаш итте. Грудининдың сәйәсәтсе уйыны тамам. Рәсәйҙәрҙең унан күңеле ҡайтты, хакимиәттең уға ҡарата ҡыҙыҡһыныуы кәмене, алда уны тағы ла насар һөҙөмтә көтә – олигарх байлығының байтаҡ өлөшөнән ҡолаҡ ҡағыуы мөмкин”, – ти сәйәсәт белгесе, Юғары иҡтисад мәктәбе профессоры Николай Петров.

Юғалған активтар
Грудининдың Белиз офшорына һәм, “Ленин исемендәге совхоз” акцияларының рәсми 44 процентынан ҡала, тағы 20 процентҡа эйә булыуы никах тарҡатыу һәм алданған пайсылар менән судлашыу эшмәкәрлеге барышында раҫланды. Былар – экс-кандидат үҙе лә, КПРФ етәксе­ләре лә күрәләтә инҡар иткән дәлилдәр.

Тик был 20 процентты хәҙер ҡайҙан эҙләргә – билдәһеҙ. Судта Ирина Грудинина мәнфәғәттәрен яҡлаған адвокат Елена Бойцова зарланыуына ҡарағанда, хәҙер “ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Грудининдар ғаиләһе ҡарамағындағы активтарҙы йәшереү эше бара”. Баҡһаң, айырылыша башлағас та офшорға эйә фирма ғәмәлдән сығарыла. Киң мәғлүмәт сараларында “президент­лыҡҡа экс-кандидат активтарын йәшерергә тырышасаҡ” тигән мәғлүмәт пәйҙә була. Грудинин үҙе һәм уның дуҫы Сергей Выблыйҙың “уның акцияларҙағы өлөшөн” тикшергән видео урынлаштырыла. “Алыш-биреш башҡарылған, тағы нимә кәрәк?” – совхоз директорының был һүҙҙәрен “уға бер нәмә лә тәтемәйәсәк” тип аңларға була. Грудининдың Выблыйға офшорға идара итеүҙе, тимәк, теләһә ниндәй алыш-биреш башҡарыуҙы ышанып тапшырыуы тураһындағы документ та баҫтырыла.

Илебеҙҙең төп дәүләт вазифаһына элекке дәғүәсенең бер юлы сит илдә милке булыуы ла асыҡлана. Уның элекке ҡатынының адвокаттары һүҙҙәренә ҡарағанда, “Павел Николаевичтың сит илдә йорто бар”. Киң мәғлүмәт саралары экс-кандидаттың башҡа офшорҙары тураһында ла яҙып сыға. “Хәләл көс түгеп йыйылған” был милек табыласаҡмы? Ирина Грудинина юҡҡа борсолмай, күрәһең, сөнки экс-иренең етеҙлеге һөҙөмтәһендә, барлыҡ суд ҡарарҙары буйынса уның ярыҡ ялғаш алдында ҡалыуы ла ихтимал.

Ваҡ үсләшеү
“Уның кереме декларацияла күрһәтелгәнгә ҡарағанда байтаҡҡа күберәк. Мин был керемдең сығанаҡтарын да беләм”, – тип бәйән итә Ирина Грудинина Андрей Малаховтың “Тура эфир”ында. Был ҡатындың күңел түрендәгеһен бөтә илгә фаш итеүе сараһыҙлыҡтан, күрәһең. Әле үткән йыл башында ғына ул беренсе леди дәрәжәһенә дәғүә итһә, бер нисә айҙан һуң уны “ташланған ҡатын” тип атанылар. Дөрөҫ, Ирина Игоревнаның был исемде беренсегә генә күтәреүе түгел инде – уның һүҙҙәренә ҡарағанда, сәйәсәтсе уға даими хыянат иткән.

Һайлау ваҡытында олигархтың үҙен әҙәпле ғаилә башлығы итеп танытыуы, бының өсөн уны файҙаланыуы ла меҫкен ҡатын өсөн ҙур кәмһетеү булған. Ир күптән ике ғаиләгә йәшәгән, отолғас, ҡатынын туғыҙ йыл айырылы­шырға ризалыҡ бирмәүҙә ғәйепләгән. Ирина ханым һүҙҙәре буйынса, былар барыһы ла ялған. Унан һуң милек бүлешеү эшен бөтөнләй судҡа еткергән.

“Тыныс ҡына айырылышып булмай тиерһең, – тип ҡәнәғәтһеҙлек белдерә телевидение алып барыусыһы Эвелина Блёданс. – Ысын ир-егет мылтығын һәм ойоҡбашын ғына алып сығып китергә, етмәһә, элекке ғаиләһен аҫрарға тейеш. Үҙе менән бергә утты-һыуҙы кискән, ике ул табып үҫтергән, никахлашҡан ҡатынға ихтирам һәм рәхмәт йөҙөнән булһа ла”.

Әммә рәхмәт әйтәһе урынға экс-кандидат “ваҡ үсләшеүгә” ҡайтып ҡалды. Ирина Игоревна етәкселек иткән һәм “Ленин исемендәге совхоз” биләмәһендә урынлашҡан гүзәллек салонында утты, һыуҙы өҙә башлағандар. Совхозда, директор Грудининдың туранан-тура күрһәтмәһе буйынса, тиҙәр. Иҫәп ябай – милек бүлешеү ниәтенән кире ҡайтһын өсөн элекке ҡатынына баҫым яһау.


Вернуться назад