Бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировты 55 йәшлек юбилейы менән ҡотланы.
Хөрмәтле Радий Фәрит улы!
Һеҙҙе бөтә йөрәктән 55 йәшлек юбилейығыҙ менән ҡотлайым!
Был алтын йәштә Һеҙҙә республика менән һөҙөмтәле етәкселек итеү өсөн барлыҡ сифаттар ҙа тупланған: белем, тәжрибә, абруй, эшлекле бәйләнештәр. Һеҙҙең ең һыҙғанып дөйөм Башҡортостан, халыҡ проблемаларына төшөнөргә, кешеләр мәнфәғәтен яҡларға тырышыуығыҙҙы күреү һөйөнөслө.
Һеҙ ил тарихында гел генә мөһим роль уйнаған төбәк менән етәкселек итәһегеҙ. Бөтәһе лә Һеҙҙең ҡулдан килер тигән ышаныстамын. Иң мөһиме – үҙегеҙҙең тамырҙарығыҙ, тыуған ерегеҙ, мәңгелек ҡиммәттәр тураһында гел иҫегеҙҙә тотоғоҙ.
Ысын күңелдән Һеҙгә, Һеҙҙең туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм изгелек теләйем! Тыуған Башҡортостан мәнфәғәтендә хеҙмәт итеүҙә уңыштар Һеҙгә!
Хөрмәт менән, Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты, “УРАЛ” хәйриә фонды советы рәйесе М. Ғ. РӘХИМОВ.