Керлинг ярышына барып, бала таба18.03.2019
Керлинг ярышына барып, бала табаЯңыраҡ Красноярск ҡалаһында донъяның юғары уҡыу йорттары студенттары араһында ҡышҡы Универсиада уҙҙы. Унда керлинг буйынса ла турнир булды.

29 йәшлек Евгения Демидова ла боҙ стадионына тамаша ҡылырға килә. Әмәлгә ҡалғандай, ярыш барышында уны тулғаҡ тота башлай. Дежурҙа торған табиптар бригадаһы шунда уҡ ярҙамға ташлана. Һөҙөмтәлә йөклө ҡатынды эвакуациялау һигеҙ минут ваҡытты ала.

Шөкөр, Евгения бәпесен иҫән-һау таба. Малайға Кирилл тип исем ҡушалар.




Вернуться назад