Ҡариҙел районының Сурҙы ауылында үткән төн янғын сыҡҡан.Ағас йортто ут ялмауы хаҡында мәғлүмәт килеү менән урынға Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре, полиция, медицина хеҙмәткәрҙәре бригадаһы ебәрелә.
Янғынды һүндереп, ҡоролмаларҙы таратҡан саҡта ҡотҡарыусылар ике кешенең – 69 йәшлек ир менән 65 йәшлек ҡатындың – кәүҙәһен тапҡан.
Ут сығыуҙың сәбәптәре асыҡлана.