Ҡыштың китә барыуы...17.03.2019
Синоптиктар фаразлауынса, был осорҙа һауа торошо ниндәй буласаҡ?

Бөгөн, 17 мартта, көн болотло, яуым-төшөмһөҙ, юлдарҙа – боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы көндөҙ – 0-дән +5 градусҡаса, көнсығышта – 5 градусҡаса һалҡын.

18 мартта көньяҡ райондарҙа бер аҙ епшек ҡар яуыуы көтөлә. Башҡаларҙа – яуым-төшөмһөҙ, боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан уртаса тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы төндә – 3-8 градус (урыны менән 16-ға тиклем) һалҡын, көндөҙ йылылыҡ 4 градусҡаса етер.

Шишәмбе, 19 мартта, урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуыр, боҙлауыҡ булыр, ти синоптиктар. Ел көньяҡ-көнсығыштан, һауа температураһы төндә – 4-9 градус һалҡын, көндөҙ – 5 градусҡаса йылы.


Вернуться назад