Һаман туҡтамай...14.03.2019
Учалы районында төндә яуа башлаған ҡар һаман да туҡтамай.

Урындағы хакимиәттең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, иртәнге сәғәт 8-гә яңы яуған ҡарҙың бейеклеге 14 сантиметрға еткән. Метеостанцияла сираттағы контроль үлсәү төшкө сәғәт 1-ҙә үткәрелгән. Ул ваҡытҡа ҡар тағы 22 мм-ға артҡан.

Тимәк, бер нисә сәғәт эсендә яуым кимәле айлыҡ норманан артып киткән.

Урындағы юл хеҙмәте тәүлеккә яҡын инде юлдарҙы таҙартыу, ҡарҙы сығарыу буйынса көсөргәнешле эш алып бара.


Вернуться назад