Белорет районындағы “Ар ташы” ял базаһы һатыуға ҡуйылған. Хәбәр ителеүенсә, хаҡы – 100 миллион һум.“Ерҙең дөйөм майҙаны 110 850 квадрат метр. Барыһы ла милектә. Йәшәү корпусының дөйөм майҙаны – 1397 кв.м. (95 номер). Коттедждарҙың майҙаны 1121 кв.м. (38 номер). Төҙөлөш, номер фондын арттырыу мөмкинлеге ҙур” тигән һәм башҡа мәғлүмәт бирә һатыусы.
Шулай уҡ бизнесты һатыу сәбәптәре әйтелгән.