Бөгөн Өфөлә ҡурҡыныс ваҡиға булды – 21 йәшлек әсә туғыҙынсы ҡаттан ике йәшлек ҡыҙын ташлаған һәм артынан үҙе һикергән. Шуныһы мөғжизә – уларҙың икеһе лә иҫән ҡалған!
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡыҙҙың хәле ауыр, ә әсәһенеке – уртаса.
– Баланың хәле ауыр, әле ул реанимацияла. Әсәһенеке улай уҡ ҡурҡыныс түгел. Икеһенә ҡарата ла барлыҡ медицина ярҙамы күрһәтелә, – тине матбуғат хеҙмәте етәксеһе Светлана Ҡусҡарбекова.
Фажиғә урынында булған шаһиттар әйтеүенсә, уларҙы үлемдән тәҙрә төбөндәге ҙур ҡар өйөмө ҡотҡарған. Әле тәфтишселәр тикшереү алып бара.