Мәскәүҙә Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко менән Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың эш осрашыуында Федерация Советында үткәрелгән Башҡортостан Республикаһы көндәренә яҡынса йомғаҡ яһалды. Осрашыуҙа шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостандан сенаторҙар Лилиә Ғүмәрова менән Ирек Ялалов ҡатнашты.
Валентина Матвиенко әйтеүенсә, Республика көндәре йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенә дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул ителәсәк. Республика етәксеһе Радий Хәбиров Федерация Советында республикаға арналған сара үткәреү мөмкинлеге биргән өсөн спикерға рәхмәт әйтте.
Осрашыуҙан һуң Радий Хәбиров һәм Валентина Матвиенко Башҡортостандың социаль-иҡтисади ҡеүәтен сағылдырған күргәҙмәне ҡарап сыҡты.
Был көндө төбәк етәксеһе шулай уҡ Федерация Советының федератив ҡоролош, төбәк сәйәсәте, урындағы үҙидара һәм Төньяҡ эштәре комитеты рәйесе Олег Мельниченко менән осрашты. Унда парламенттағы юғары палатаның Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенә дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһындағы ҡарарын тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре тикшерелде.