Ҙур аудиторияны нисек яуларға?12.03.2019
Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының киңәйтелгән коллегияһы ултырышында үткән йылға йомғаҡ яһалды, киләсәккә маҡсаттар билдәләнде.

– Халыҡты нимә ҡыҙыҡһындыра, уның нимә тураһында белгеһе килә, шулар тураһында йышыраҡ һәм күберәк яҙғанда ҙур аудиторияны яуларға мөмкин, – тине агентлыҡ етәксеһе Борис Мелкоедов. – Шул уҡ ваҡытта ҡайһы аудиторияға ниндәй тауар етештереү кәрәклеге тураһында ла оноторға ярамай. Әгәр элек гәзит уҡыусылар менән бәйләнеш хаттар бүлеге аша барһа, хәҙер һәр хәбәрсе үҙенә яҡын тема буйынса кешеләр менән туранан-тура хеҙмәттәшлек итә ала.


"Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Венера Хәкимова үҙенең сығышында билдәләүенсә, редакцияларҙың ҡеүәте ҙур, улар һәр йәһәттән дә үҫешергә тейеш.


Вернуться назад