"Төҙөлөш графикка ярашлы бара"11.03.2019
"Төҙөлөш графикка ярашлы бара"“Беренсе Трест” төҙөүсе компанияһы Рәсәй ҡануниәтендәге барлыҡ алымдар ярҙамында үҙ репутацияһын яҡларға ниәтләй: судтарға, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итәсәк.

Был хаҡта генераль директор Тимур Гадеев белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, “Беренсе Трест” менән “Роскомснаббанк” етәкселегенең хеҙмәттәшлеге тураһында дөрөҫ булмаған мәғлүмәт таратырға маташыусылар бар.

“Төҙөүсе менән банк араһында шәхси бәйләнеш бар тигән һүҙ, йомшаҡ итеп әйткәндә, дөрөҫ түгел, – тине Тимур Гадеев. – Миңә билдәле булыуынса, банк күп эре төҙөлөш компанияларына кредит бирҙе, әммә финанс алғандар араһында “Беренсе Трест” булманы. Өҫтәүенә, торлаҡ төҙөлөшөндәге ҡануниәт үҙгәргәс, беҙ былтыр уҡ төп федераль банктарҙан проектлы финанслау ала башланыҡ.

Тимәк, беҙҙең объекттарҙың төҙөлөшөнә “Роскомснаббанк” менән булған хәлдең йоғонтоһо юҡ, эш раҫланған графикка ярашлы бара. Теләгән һәр кем быға үҙе килеп күреп, йәки сайттағы веб-трансляция ярҙамында инана ала”.


Вернуться назад