"Беренсе Трест" эшен дауам итә11.03.2019
Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса Дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин әйтеүенсә, “Беренсе Трест” компанияһының алданған өлөшсөләре булмаясаҡ.

Бындай белдереүҙең нигеҙе шул: төҙөүсе 7 мартта лицензияһыҙ ҡалған “Роскомснаббанк”тан кредит алған булған.

“Беренсе Трест” әле Өфөлә дүрт торлаҡ комплексы төҙөй: “Биосфера”, “Успенский”, “Өфө кремле”, “Искра”. Дөйөм йәшәү майҙаны – 166 мең квадрат метр, һалынған сумма – 11 миллиард һум. Компаниянан бирелгән мәғлүмәт буйынса, әле 5 миллиард һум суммаға иҫәпләнгән фатирҙар төҙөлөп бөтмәгән, шул уҡ ваҡытта дөйөм эште тамамлау өсөн 2,8 миллиард һум кәрәк.

Банк менән төҙөүсенең хеҙмәттәшлеге ғәҙәттәге коммерция нигеҙендә алып барылған. “Беренсе Трест” Һаҡлыҡ банкында ла кредит алған.

“Шуның өсөн компанияның эшмәкәрлеге туҡтатылыу, алданған өлөшсөләр барлыҡҡа килеү хәүефе күҙалланмай. Биналарҙы планға ярашлы тормошҡа ашырғанда, риэлторҙар араһында кире хәлдәр булмағанда, объекттар төҙөлөшөн уңышлы тамамлауға кәртә юҡ”, – тип белдерҙе Марат Әхмәҙуллин.

“Ҡурҡыу тойғоһо барлыҡҡа килмәһен өсөн, төҙөлөш һәм граждандар һалған аҡса темаларын айырып ҡарау мөһим. Компанияға объекттарҙы тыныс төҙөп бөтөү мөмкинлеген бирергә кәрәк, – тине республика етәксеһе Радий Хәбиров. – Дәүләт комитетынан был мәсьәләне даими контролдә тотоуын, дүшәмбе һайын төҙөлөш һәм һатыу барышы хаҡында хәбәр итеүен һорайым”.


Вернуться назад