Түләүҙәр 21 марттан да һуңға ҡалмаҫҡа тейеш11.03.2019
7 мартта лицензияһыҙ ҡалған Роскомснаббанктың физик берәмектәргә – 18 миллиард һум, шәхси эшҡыуарҙарға һәм ойошмаларға 4 миллиард һум бурысы бар. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республиканың Милли банкы рәйесе Марат Кашапов хәбәр итте. Әле банк вкладтарҙы страховкалау системаһында ҡатнаша, закон буйынса 1,4 миллион һумға тиклемге аҡсаны иң тәүҙә физик шәхестәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға ҡайтарырға тейеш.

Вкладтарҙы страховкалау агентлығы аҡсаны ҡайтарыу өсөн 14 мартҡа тиклем банк-агенттарҙы билдәләй. Алдан хәбәр ителгәнсә, түләүҙәр 21 марттан да һуңға ҡалмайынса башланырға тейеш.





Вернуться назад