Синоптиктар фаразынса, Башҡортостанда өс көн дауамында епшек ҡар яуыуы, боҙлауыҡ булыуы көтөлә.Бөгөн айырым райондарҙа бер аҙ буран сығыуы ихтимал. Боҙлауыҡ, сымдарға, ағастарға епшек ҡар һырый, юлдар тайғаҡ. Ел көньяҡтан уртаса тиҙлектә, ваҡыты менән ҡапыл көслө иҫә. Һауа температураһы көндөҙ 1 градус һалҡындан 4 градусҡаса йылы.
Иртәгә, 11 мартта, төндә епшек ҡар яуыуы, бер аҙ буран сығыуы, юлдарҙың айырым участкаларын ҡар баҫыуы, көндөҙ ҡарлы ямғыр булыуы көтөлә. Еңелсә боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан уртаса тиҙлектә, ваҡыты менән көслө иҫә. Һауа температураһы төндә 4 градус һалҡынға етһә, көндөҙ – 5 градусҡаса йылы.
Шишәмбе, 12 мартта, шулай уҡ епшек ҡар яуыр, боҙлауыҡ булыр тип фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан уртаса тиҙлектә иҫә, ваҡыты менән көслө булыуы ихтимал. Һауа температураһы төндә – 0-5 градус һалҡын, көндөҙ йылылыҡ 5 градусҡаса етер.