Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, иртәгә, 10 мартта, елдең тағы ла көсәйеүе көтөлә.Төндә – епшек ҡар, боҙлауыҡ. Ҡар сымдарға, ағастарға һырый, юлдарҙа тайғаҡ була. Көньяҡ-көнбайыштан көслө ел иҫәсәк. Һауа температураһы төндә – 2-7, көндөҙ 2 градус тирәһе һалҡын (урыны менән +3).
11 мартта ла епшек ҡар яуыуы, тайғаҡ булыуы күҙаллана. Ел шулай уҡ көслө, һауа температураһы төндә – 1-6 градус һалҡын, көндөҙ дүрт градусҡа тиклем йылы булыуы көтөлә.