Республика етәксеһе Радий Хәбировтың Указына ярашлы, Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы итеп Римма Бойцова тәғәйенләнде.Радий Хәбировтың икенсе Указы менән Вячеслав Ғиләжетдинов үҙ теләге буйынса был вазифанан бушатылды.
Белешмә. Бойцова Римма Юрьевна 1977 йылдың 1 декабрендә Өфөлә тыуған. Петербург дәүләт юлдар университетын тамамлаған, иҡтисад фәндәре кандидаты.
2001 – 2004 йылдарҙа Санкт-Петербург дәүләт иҡтисад һәм финанс университетында уҡытҡан.
2005 – 2012 йылдарҙа Рәсәй һәм сит илдәр компанияларында иҡтисад, финанс өлкәләре буйынса етәксе вазифаларын башҡара (“Берләштерелгән машина эшләү заводтары” йәмғиәте, “Электрозавод” йәмғиәте, Containerships Group).