Маҡсатлы һәм һәләтле үҫмерҙәр иғтибарына!07.03.2019
Балалар өсөн «Бирешмә!» беренсе башҡорт сериалы телевизион программа сиктәрен үтеп, социаль пректҡа әүерелде. Сериалдың төп геройҙары Гәлсәр, Хәйҙәр, Гөлгөнә, Данир бөтә Башҡортостан үҫмерҙәренең яратҡан тиҫтерҙәре. Социаль селтәрҙәр аша тығыҙ аралашып, яңынан-яңы әһәмиәтле проекттар уйлап табып, тапшырыу, концерт, акция форматында изге эштәр атҡарыуын дауам итә «Бирешмә!» төркөмө.

«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы көслө рухлы, тәүәккәл, маҡсатлы,һәләтле, белемле үҫмерҙәргә хөрмәт күрһәтеү, ижад, хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдереү, уларҙы баһалау, тиҫтерҙәренә өлгө итеп ҡуйыу, яңы үрҙәргә дәртләндереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Премияға 8 йәштән 18 йәшкә саҡлы фән, әҙәбиәт, сәнғәт, спорт һәм башҡа өлкәләрҙә уңыштарға ирешкән, ҡаршылыҡтарҙы йырып сығып, үҙ һүҙен әйткән, башҡорт телендә ижад иткән, батырлыҡ күрһәткән һәр үҫмер дәғүә итә ала. Дәғүәселәр ғариза(заявка) тултырып, фото(8-10 фото) һәм диплом-грамоталарын беркетеп, «Бәйләнештә» селтәрендә «Бирешмә!» төркөмөнә "Сообщения" аша ебәрә: https://vk.com/bireshma_serial ебәрә.

Ғаризалар 24 мартҡа тиклем генә ҡабул ителә. Ә 7 апрелдә, еңеүселәрҙе«Бирешмә!» төркөмөнөң ҙур концертында «Башҡортостан» дәүләт концерт залында бүләкләү тантанаһы көтә. Еңеүселәргә кубок һәм аҡсалата премия тапшырыласаҡ. Бар ҡатнашыусыларға ла диплом биреләсәк

Премияның номинациялары: Бирешмә! Телде үҫтер!(башҡорт телен ҡәҙерләгән, үҫтергән, әҙәбиәтен, ауыҙ-тел ижадын өйрәнгән, таратҡан өсөн), Бирешмә! Ярҙам ит! (Бәләгә тарығандарға ярҙам ҡулы һуҙған йәш батырҙар өсөн), Бирешмә! Белемгә ынтыл!( фәндә, уҡыуҙа тос уңышҡа ирешкән белермән үҫмерҙәргә), Бирешмә! Ереңде һаҡла!(Тыуған ерен һаҡлауға үҙ өлөшөн индергән йәш экологтарға), Бирешмә! Ижад ит! (Сәнғәттә үҙ һүҙен әйтергә ынтылған тынғыһыҙ йәш ижадсылар өсөн), Бирешмә! Көслө бул!(спортта юғары ҡаҙаныштар яулаған көслө үҫмерҙәргә), Бирешмә! Медиадонъяны яула! ( йәш режиссер, оператор,анимация рәссамдары, журналистар, фотографтар, блогерҙар өсөн).


Вернуться назад