Әңгәсәктәрҙе ни борсой?04.03.2019
Дүртөйлө районының Әңгәсәк ауыл биләмәһендә граждандарҙы ҡабул итеү ойошторолдо. Район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Риф Йосопов, хакимиәт башлығы урынбаҫарҙары, ауыл биләмәһе хакимиәте етәкселәре, хоҡуҡ һаҡлау, янғынға ҡаршы хеҙмәт, мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре менән берлектәге осрашыуҙа халыҡ тормошона ҡағылған көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде.

Ауылдағы тормошто яҡшыртыу өсөн ниндәй саралар күреү мөһимлеге, тәртипһеҙ рәүештә барлыҡҡа килгән сүп өйөмдәрен бөтөрөү, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең яңы формаһына күсеү, эскелек, янғын фажиғәләре хаҡында халыҡ үҙ фекере менән уртаҡлашты, тәҡдимдәр индерҙе. “Ҡулдан килмәҫлек эш юҡ, бергәләп тотонғанда барыһын да булдырырға була”, — ти әңгәсәктәр.





Вернуться назад