Бөгөн – Бөтә донъя кеше папилломаһы вирусы менән көрәш көнө. Һуңғы йылдарҙа алдынғы илдәрҙә ҡатын-ҡыҙ араһында балаятҡы муйынтығы яман шешенә дусар булыусылар артҡан. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы был хәүефле сирҙән үлем осраҡтарын 2025 йылға 25 процентҡа кәметеү бурысын ҡуйҙы.
Республика онкология диспансерында бөгөн тап ошо темаға арналған матбуғат конференцияһында танылған ғалимдар һәм белгестәр ҡатнашты, һорауҙарға яуап бирҙе. Нигеҙҙә, енси юл менән таралған сир һөҙөмтәһендә былтыр 346 ҡатын-ҡыҙ вирус йоҡторған. Был хәүефле сирҙе иҫкәртеү саралары тураһында гәзиттең киләһе һандарында уҡырһығыҙ.