Барыһы ла – балалар өсөн01.03.2019
Ошо көндәрҙә Сибай ҡала дауаханаһына яңы заманса рентген аппараты урынлаштырылды.

Учреждениеның балалар поликлиникаһы мөдире Гүзәл Һөйөндөкова (фотоһүрәттә) әйтеүенсә, ҡоролма ай аҙағында эшләй башлаясаҡ.

– Балалар поликлиникаларының матди-техник хәлен яҡшыртыуға йүнәлтелгән федераль программаға ярашлы, ошо “Диаком” рентген аппаратын алдыҡ, – ти ул. – Шулай уҡ хәҙер беҙҙә – кескәй пациенттар өсөн УЗИ аппараты, ЛОР-табип өсөн комплект. Барыһын да тулыһынса урынлаштырғас, март аҙағында тәүге балаларҙы ҡабул итербеҙ тигән ышаныстабыҙ.

Диагностика бүлеге лаборанты Тимур Мансуров әйтеүенсә, Сибай дауаханаһының балалар поликлиникаһына алынған бөтөн ҡоролмалар ҙа заман талаптарына яуап бирә.


Вернуться назад