Республикала йыл һайын 300-гә яҡын кеше янғын арҡаһында вафат була. Һуңғы ете йыл эсендә утта 95 баланың ғүмере өҙөлгән. Күпселек фажиғә кешенең төнгө тәрән йоҡоһонда сыға, шунлыҡтан үлем осраҡтары ла күп.
Кешеләрҙе һәләкәттән йолоп ҡалыу һәм иҫкәртеү сараларының иң тәьҫирлеһе - автономлы янғын хәбәр итеү ҡорамалы. Ул төтөн сығыуҙы ла янғын башланыу менән һиҙә, шуға күрә утты ваҡытында һүндереү һәм кешеләрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалыу мөмкин.
Быға миҫалдар ҙа етерлек. Баҡалы районында меңгә яҡын ғаиләнең йортона ошондай янғын хәбәр итеү ҡорамалы ҡуйылды. Уны балалар йәшәгән һәр йортҡа ҡуйыу артабан да планлаштырыла. Тик шуныһы: һәр кем ҡорамалдың эш торошон тикшереп, батареяһын ваҡытында алмаштырып торорға тейеш.