Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай ҡалаһынан 250 бала Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан билдәле Евпаторияның “Хыял” шифаханаһында ял итә. Төркөм етәксеһе Гөлнара Ниғәмәтова әйтеүенсә, балалар үҙҙәрен яҡшы тоя, рәхәтләнеп ял итә, сәләмәтлеген нығыта.
– Герой-ҡала Севастополгә экскурсияға барыу күңелебеҙҙә айырыуса онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы, – ти Гөлнара Мөхәррәм ҡыҙы. – Унда һәр ерҙә ватансылыҡ, илһөйәрлек хисен тойорға мөмкин: Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә Мәңгелек ут, Герой-ҡалаларға арналған мемориал, бихисап һәйкәл... Улар барыбыҙҙы ла уйландырҙы, һоҡландырҙы. Шулай уҡ беҙ Сапун тауында булдыҡ, асыҡ һауала урынлашҡан хәрби техника музейы менән яҡындан таныштыҡ.
Сибай уҡыусылары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарынан ҡалған хәрби экспонаттарҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараған, яуҙа һәләк булғандарҙы бер минут тын тороп иҫкә алған.
Эйе, сәләмәтлеген дә нығыта, белемен дә арттыра, рухын да көсәйтә Ҡырымда беҙҙең балалар.