Самолетта 123 пассажир булған...28.02.2019
Бөгөн иртән 08.18 сәғәттә Өфө – Мәскәү маршруты менән осҡан UTair авиакомпанияһының В-737-500 (рейс UT-364) рейсының экипаж ағзалары самолеттың техник етешһеҙлектәре булыуы тураһында хәбәр итә.

08.37 сәғәттә самолет бәлә-ҡазаһыҙ ғына “Өфө” аэропортына ултыра. Бортта 123 пассажир булыуы асыҡланды. Сәғәт 10-да улар аваикомпанияның резервтағы самолеты менән Мәскәүгә юлланды.



Вернуться назад