“Башҡортостан урыҫтары соборы” төбәк йәмәғәт ойошмаһының бишенсе съезы быйыл апрель айында үтәсәк. Был туралағы Указға Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.
Указға ярашлы, ойоштороу комитеты сараға әҙерлекте 11 мартҡа тиклем тамамларға тейеш. Республика Хөкүмәтенә Указды тормошҡа ашырыу маҡсатында сығымдарҙы финанслау бурысы ҡуйылды.