Асҡын районы хакимиәте башлығы Фларит Усманов үҙ вәкәләттәрен ваҡытынан алда һалды. Совет ҡарары буйынса был вазифаны башҡарыусы урынына Ришат Дихин ҡуйылды.Шулай уҡ район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Фаат Фәтхуллин хаҡлы ялға сыҡты.
Ришат Марат улы Дихин быға тиклем Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары – мәғариф бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарҙы.