"Хәлде контролдә тотасаҡбыҙ"27.02.2019
Бөгөн Сибайҙа Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы белгестәре булды.

Ведомство етәксеһе Светлана Радионова һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр карьерҙы ҡараны, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты, урындағы власть, “Ростехнадзор” вәкилдәре менән осрашты.

“Бөгөн, ғилми берләшмә тәҡдим иткәнсә, карьерҙың төбөн өлөшләтә һыу менән ҡаплау, ләмләү – проблеманы яйға һалыу йәһәтенән берҙән-бер дөрөҫ ҡарар, башҡа юл юҡ, – тине Светлана Радионова. – Беҙҙең ведомство белгестәре был процесты хәл яҡшырғанса, атмосфера һауаһы таҙарғанса контролдә тотасаҡ”.

Етәксе Сибайҙағы экологик хәрәкәт әүҙемселәренә рәхмәт әйтте һәм берәүҙең дә мәғлүмәтте йәшерергә йыйынмауын белдерҙе.

“Бындай хәл башҡа ҡабатланмаҫҡа тейеш. Кешеләрҙең уңайлы шарттарҙа йәшәүе мөһим”, – тине Светлана Радионова.


Вернуться назад