Инвестиция һабантуйының маҡсаты ниндәй?27.02.2019
14, 15 июндә Сибайҙа һәм Әбйәлил районында “Урал аръяғы-2019” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үткәреләсәк.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров ошо хаҡта әйтеп, райондарҙың эшлекле әүҙемлеген үҫтереүҙең төп маҡсат булыуын белдерҙе.

“Сарала, беҙҙең предприятиеларҙан тыш, Башҡортостандан ситтә хужалыҡ эшмәкәрлеге алып барған бизнесмендар ҙа ҡатнашыр, тип иҫәпләйем. Сибайҙың етәксеһенә һабантуйға урамдарҙы таҙартыу бурысы ҡуйылды – ҡала ҡунаҡтарҙы матур, бөхтә булып ҡаршыларға тейеш”, – тине Радий Хәбиров.


Вернуться назад