Ейәнсура һәм Күгәрсен етәкселәре ниҙәр һөйләне?26.02.2019
Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ейәнсура һәм Күгәрсен райондары етәкселәре менән осрашты.

Һөйләшеүҙә муниципалитеттарҙың социаль-иҡтисади үҫешендәге төп күрһәткестәр, биләмәләрҙәге көнүҙәк мәсьәләләр, һөҙөмтә бирерҙәй инвестиция проекттары, инфраструктура һәм социаль объекттар төҙөлөшө һ.б. хаҡында һүҙ барҙы.

Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов яңы биҫтәләргә газ үткәреү, муниципалитеттың көньяғында автозаправкалау станцияһының булмауы мәсьәләләрен күтәрҙе, шулай уҡ ауыл хужалығы тармағы буйынса дүрт ҙур инвестиция проектын тәҡдим итте.

Мәҫәлән, “Маяҡ” предприятиеһы базаһында һарыҡсылыҡ кластеры булдырып, 2023 йылға был мал төрөн 25 мең башҡа тиклем еткереү планлаштырыла. Бынан тыш, Яңы Себенле ауылында һөт-тауар фермаһын һәм “Кремонини групп” компанияһының һимертеү майҙансығын төҙөп бөтөү ҡаралған. Өҫтәүенә тағы бер проект кәзәселек менән бәйле.

Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев иһә Мораҡ ауылындағы социаль-мәҙәни үҙәк бинаһына капиталь ремонт кәрәклеген билдәләне, унда артабан Күп функциялы үҙәк, ғаилә үҙәге, ауыл Советы хакимиәте һәм башҡа учреждениелар урынлашасаҡ.

Район етәксеһе шулай уҡ Воскресенск ауылында 50 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлөүе, мәктәпкә ремонт яһалыуы тураһында һөйләне. Бер нисә тораҡ пунктын һыу менән тәьмин итеү мөһим мәсьәлә булып ҡала. Бының өсөн тикшереү үткәреп, тейешле проект-смета документтарын әҙерләргә кәрәк.


Вернуться назад