Президент яҡташыбыҙҙың тәҡдимен хупланы26.02.2019
Ил Президенты Владимир Путин “Эшлекле Рәсәй” йәмәғәт ойошмаһы форумы һөҙөмтәләре буйынса эштәр исемлеген раҫланы.

Документҡа “Рәсәй терәге” ойошмаһы Башҡортостан төбәк бүлексәһенең кадастр хаҡы комитеты рәйесе, эшҡыуар Зәлифә Барлыбаеваның тәҡдиме лә ингән. Пленар ултырышта ул дәүләт етәксеһенән кадастр хаҡын билдәләү һөҙөмтәләре менән ризалашмау тураһындағы ғаризаны электрон төрҙә биреү мөмкинлеген ҡарауҙы һораны.

“Мин һеҙҙе хуплайым: был күптәрҙең тормошон еңеләйтер ине”, – тине дәүләт етәксеһе.


Вернуться назад