Корейҙар ҙа, ҡытайҙар ҙа килде26.02.2019
Ярты сәғәт элек Өфөнөң “ВДНХ-Экспо” күргәҙмәһендә Рәсәйҙең сәнәғәт форумы үҙ ишектәрен асты. Сәләмләү һүҙе менән Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сығыш яһаны.

Илдең төрлө төбәктәренән, шулай уҡ сит илдәрҙән йөҙҙән ашыу компания ҡатнашҡан был йыйын өс көн дауам итәсәк.

Сараның төп ваҡиғаһы – “Рәсәйҙәге сәнәғәт революцияһының проблемалары һәм үҙенсәлектәре” тип аталған пленар ултырыш. Фекер алышыу майҙансығында оҙаҡламай 20 тематик секция ла эшен башлаясаҡ. Уларҙа федераль ведомстволарҙың һәм концерндарҙың эксперттары, шулай уҡ Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Силәбе һәм башҡа ҡалаларҙың юғары уҡыу йорттары ғалимдары ҡатнаша.

Ошонда уҡ ойошторолған махсус күргәҙмәләр ҙә өс көн эсендә бик күп кешене йәлеп итер, моғайын. Улар “Металл эшкәртеү”, “Машина эшләү”, “Иретеп йәбештереү”, “Һаҡланыу сралары”, “Өфөнөң инновация ҡеүәте” тип атала. Рәсәйҙең 15 төбәгенән 130-ҙан ашыу компания үҙ ҡаҙаныштарын күрһәтә. Бынан тыш Көньяҡ Корея, Германия, Беларусь һәм Молдованың ҡайһы бер фирмалары ла ошо йыйында ҡатнашырға ҡарар иткән.

“Өфөнөң инновация ҡеүәте” күргәҙмәһе дүртенсе тапҡыр уҙғарыла һәм уның республикала ғына түгел, унан ситтә ла абруйы арта бара. Унда ҡатнашыусылар һаны ла күбәйә, Ҡытайҙың Хэфэй ҡалаһынан рәсми делегация был күргәҙмәгә өсөнсө тапҡыр килде.

Кадрҙарҙы ҡайтанан әҙерләү үҙәге халыҡ өсөн мультимедиа зонаһы ойошторҙо, унда һәр кемгә хеҙмәт баҙарындағы үҙгәрештәр һәм күҙалланған йүнәлештәр буйынса мәғлүмәт алырға була.


Вернуться назад