Өс кешенең ғүмерен өҙҙө...24.02.2019
Ейәнсура районының Иҙелбәк ауылындағы бер ағас йортта бөгөн янғын сыҡҡаны билдәле булды.

“Утты һүндерергә иң тәүҙә Ҡаҙанбулаҡ һәм Яныбай ауыл биләмәләре халҡы, унан Федераль янғын һүндереү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы ҡарамағындағы 11-се отряд, “Ашығыс ярҙам”, полиция хеҙмәткәрҙәре, урындағы хакимиәт вәкилдәре килде”, – тип хәбәр иттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы матбуғат хеҙмәтенән.

Ағас йортто ут тулыһынса ялмаған булған. Эстә 34 йәшлек ҡатындың, уның йәш ярымлыҡ улының, шулай уҡ ир кешенең (уның кемлеге асыҡлана) кәүҙәләре табылған.

Шулай уҡ янғын урынынан 51 йәшлек ҡатынды район дауаханаһына килтергәндәр. Йәнә шул асыҡланды: һәләк булған әсәнең ете һәм 15 йәшлек ике балаһы янған йорттан сығып ҡотола алған.

Фажиғәнең сәбәптәре асыҡлана.


Вернуться назад