Йырсы Радик Юлъяҡшин социаль селтәрҙәге аккаунтында Сибай халҡына асыҡ мөрәжәғәт яҙҙы.“Ҡәҙерле дуҫтар! Әлеге ауыр мәлегеҙҙә мин һеҙҙең менән. Көсөмдән килгәнде эшләйем.
Әммә әле башҡа нәмә тураһында әйтмәксемен. Был ғәмәлде башҡарыр алдынан ошо проблема буйынса күп материалды ҡат-ҡат ҡарап сыҡтым. Йәшермәйем, ниҙер әйтеү үтенесе менән бихисап хат алдым. Әммә был йәһәттән минең үҙ фекерем нығынды, һәм уның менән уртаҡлашырға булдым.
Карьер, көкөрт диоксиды төтөнө мәсьәләһе ике ай элек кенә барлыҡҡа килмәне. Уртаҡ байлығыбыҙҙы уйһыҙ файҙаланыу һөҙөмтәһендә күптән килеп сыҡҡан хәл был”.
Йырсы әйтеүенсә, әүҙемселәрҙең айырым төркөмө йәмәғәтселектә ығы-зығы тыуҙыра. Был кешеләр ғәйепте йә хакимиәт башлығына, йә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусыға өйә (ә улар был вазифаға былтыр ғына тәғәйенләнде). Радик Юлъяҡшин халыҡты өйҙән сүп сығармаҫҡа, кәңәшләшеп эшләргә, ҡотҡосолар артынан эйәрмәҫкә, ә республика етәксеһенә ярҙам итергә саҡырҙы.
“Ысынбарлыҡта нимә барғанына иғтибар итәйек. Ҡотҡосолар һеҙҙең проблеманы файҙаланып, республика власына баҫым артынан баҫым яһай, уны көсһөҙләндерергә тырыша. Барыһын да һеҙҙең ҡулдарығыҙ менән эшләй.
Әйҙәгеҙ, етәксебеҙ тирәләй тупланып, проблеманы кәңәшләшеп хәл итәйек. Уға, уның мөмкинлектәренә ышанайыҡ. Ул беҙҙең өмөтөбөҙ һәм терәгебеҙ. Ситтән бер ниндәй көстәр ҙә беҙҙе тарҡата алмаҫ тип уйлайым. Барығыҙға ла яҡшылыҡ, сыҙамлыҡ теләйем, аҡыл менән эш итәйек. Бергә беҙ – көс!”