Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә бер ир, ҡар таҙартам тип, йән биргән.Рыльский урамында булған был хәл. Ир кеше машинаһы аҫтындағы ҡарҙы таҙартырға йыйынған. Бының өсөн тәүҙә автомобилде домкрат менән күтәртеп ҡуйған. Унан аҫҡа инеп, эш башлаған. Шул арала домкрат онталып, автомобиль водителде ҡыҫҡан.
Ауыр йәрәхәттәр алған ир күп тә тормай яҡты донъя менән хушлашҡан.
Әле хоҡуҡ һаҡлау органдары был хәл буйынса төрлө яҡлап тикшереү алып бара.