Халыҡ 13-сө дауахананы һайлаған24.02.2019
Өфөнөң 13-сө клиник дауаханаһы “Рәсәйҙең иң яҡшы һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы-2018” конкурсында ҡатнашып, еңеүселәр иҫәбенә ингән һәм мәртәбәле наградаға лайыҡ булған.

Был сараны Социаль статистика ғилми-тикшеренеү институты граждандарҙан социаль һорау алыу ярҙамында үткәрә. Һөҙөмтәлә респоденттар юғары баһалаған медицина учреждениелары асыҡлана.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, халыҡтың фекерен белеү йәмәғәт урындарында, хәрәкәт күп булған ҙур урамдарҙа уҙғарылған.

Сибай "Адреналин"ы – беренсе!


Вернуться назад