Яуһын әйҙә ҡарҙары!24.02.2019
Республикабыҙҙа был арала көндәр ҡарлы, һалҡын буласаҡ.

Бөгөн, 24 февралдә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа, еңелсә буран. Юлдарҙың ҡайһы бер участкаларына һырынты ятыуы, боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Ел көнбайыштан, уртаса кимәлдә. Һауа температураһы төнөн – 12 – 17, аяҙытҡанда 20 – 25, көндөҙ 7 – 12 градус һалҡын.

Дүшәмбе, 25 февралдә, шулай уҡ бер аҙ ҡар яуыуы, еңелсә буран булыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, уртаса кимәлдә. Төндә – 13 – 18, урыны менән 23-кә тиклем, көндөҙ 8 – 13 градус һыуыҡ.

26 февралдә дә бер аҙ ҡар яуасаҡ, еңелсә буран сығасаҡ. Ел уртаса кимәлдә, көньяҡ-көнбайыштан. Һауа температураһы төндә – 13 – 18, урыны менән 23-кә тиклем, көндөҙ 5 – 10 градус һалҡын.


Вернуться назад