Десант корабле капитаны беҙҙең егеттәргә ышана23.02.2019
Башҡортостан менән “Георгий Победоносец” ҙур десант корабле араһында шефлыҡ бәйләнеше булдырылды. Был хаҡта килешеүгә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров һәм корабль капитаны Андрей Жарков ҡул ҡуйҙы.

Республика Хөкүмәте кораблгә контракт буйынса хеҙмәт итеүгә ебәреүгә лайыҡлы кандидаттар һайлауға булышлыҡ ҡыласаҡ, экипаждағы төрлө мәсьәләләрҙе яйға һалыуҙа ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ кораблгә Башҡортостандың ижади коллективтары концерттар менән киләсәк. Ә экипаж ағзалары хеҙмәттән ирекле ваҡытта республиканың уҡыу йорттарында, предприятиеларында уҙған хәрби-патриотик сараларҙа ҡатнашасаҡ.

“Башҡортостандан хеҙмәткә саҡырылғандар ҙур абруй менән файҙалана. Улар – Ватандың тәртипле, тоғро һаҡсылары. Һеҙҙең экипаж сафын тулыландырһалар, беҙ шат булыр инек”, – тине Радий Хәбиров.

Андрей Жарков республика етәксеһенә төбәккә саҡырғаны өсөн рәхмәт белдерҙе.

“Башҡортостандан хеҙмәткә саҡырылғандарҙың беҙҙең экипаж составында хәрби бурысын лайыҡлы һәм намыҫ менән үтәренә ышанабыҙ, – тине ул. – Ә беҙҙең корабль сит дәүләттәрҙең портына ингәндә Башҡортостандың да флагын күтәрәсәк”.


Вернуться назад